Ҡыш бабайға хат яҙырға онотма!07.12.2011
Быйыл ҡала үҫеше йәмәғәт фонды “Ҡыш бабайға хат” хәйриә проектын һигеҙенсе тапҡыр үткәрә. Республика балалары Ҡыш бабайға 1500-ҙән ашыу хат яҙырға өлгөргән дә инде.
Сарала мәктәпкә бармаған балаларҙан башлап 15 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Изге һәм файҙалы эштәрегеҙ тураһында бәйән иткән хатығыҙҙы 10 декабргә тиклем Интернет аша [email protected] электрон адресына йәки почта аша 450047, Өфө ҡалаһы, Ҡыш бабайҙың абонент йәшнигенә ебәрергә була. Шулай уҡ “Ғаилә” сауҙа-күңел асыу комплексында урынлаштырылған почта йәшнигенә һалырға мөмкин.


Вернуться назад