Ҡәҙерле дуҫыбыҙ-уҡыусыбыҙ! Хәҙерге көндә туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ, таныштарығыҙ араһында “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡымаусылар байтаҡ. Тоғро дуҫыбыҙ булараҡ һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: төрлө сәбәп арҡаһында республиканың төп баҫмаһын алдырмаусылар менән шәхсән аңлатыу эше алып барһағыҙ ине. Әгәр ҙә үҙ ауылығыҙҙа йәки ҡалағыҙҙа кәмендә өс-биш ғаиләне “Башҡортостан”ға яҙылыуға күндерһәгеҙ, мөхәрририәт һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәтле булыр ине. Был сауаплы эшегеҙ гәзитебеҙҙең юбилейына күркәм бүләгегеҙ булараҡ баһаланасаҡ.
Урындағы почта хеҙмәткәрҙәре! Беҙ айырыуса һеҙҙең ярҙамға, һеҙҙең тилберлеккә мохтаж. Һеҙҙең менән матбуғат дуҫтары араһында быйыл да берлектә бәйге ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әйҙәгеҙ, дәррәүерәк ҡуҙғалайыҡ әле, туғандар! “Башҡортостан”дың һәр өйгә барып етеү-етмәүе тәү сиратта һеҙгә бәйле — шуны онотмаһаҡ ине.
Һәр гәзит уҡыусыбыҙ — беҙҙең терәк-таянысыбыҙ ул, ә маҡсатыбыҙ — һеҙҙең кеүек тоғро дуҫтарыбыҙҙың сафын ишәйтеү, халҡыбыҙҙың аң-зиһенен байытыу, артабан да уны изге ғәмәлдәргә рухландырыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:
50600 индексы буйынса “Башҡортостан”ға яҙылыу хаҡы (аҙнаһына биш тапҡыр килә, телепрограмма менән) алты айға — 626 һум 88 тин; өс айға — 313 һум 44 тин; бер айға — 104 һум 48 тин.
31805 индексы буйынса (йома һаны, телепрограммаһыҙ) алты айға — 131 һум 76 тин. Гәзиттең электрон версияһына иһә ни бары 150 һумға яҙылырға мөмкин.
Хаҡына ҡарама, атына ҡара, тиҙәр бит — атыбыҙ ҙа, затыбыҙ ҙа бер: беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!
“Башҡортостан” — ул республикабыҙ көҙгөһө, заман йылъяҙмаһы;
“Башҡортостан” — ул аҙнаһына биш тапҡыр нәшер ителгән донъялағы берҙән-бер башҡортса баҫма;
“Башҡортостан” — ул рухи хазинабыҙ, ата-бабаларыбыҙ йәдкәре;
“Башҡортостан” — ул ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзите!
МӨХӘРРИРИӘТ.