Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?29.03.2019
Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең яратҡан шөғөлдәре ниндәй? Нимә менән мәшғүл булырға белмәһәгеҙ, Ғаилә ял көнөнә килегеҙ!

Марттың һуңғы ял көнөндә республикала йолаға әйләнгән матур сара уҙасаҡ. “ХоббиFest” атамалы ғаилә ялын Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “Ғаилә” үҙәктәре ойоштора.

Был көндә ижади оҫталыҡ дәрестәре, төрлө ярыштар, уйындар үтәсәк. Ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ.
Өфө ҡалаһында сара 31 мартта сәғәт 12-нән 3-кәсә “Ультра” сауҙа-мәҙәни үҙәгендә буласаҡ.



Вернуться назад