Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды.Башҡортостандың үткәнендә һәм бөгөнгөһөндә ғәйәт ҙур урын тотҡан тарихи ауылда Башҡорт автономияһы тураһында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән. Бер быуат уҙғас, тап ошо изге ер башҡорт халҡының зыялыларын йәнә бергә тупланы.
Темәс ауылында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте. Унда республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡунаҡтар тәүҙә Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсына сәскәләр һалды, унан Темәстең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев үҙ сығышында Темәстә бер быуат элек булған оло әһәмиәткә эйә тарихи ваҡиғалар тураһында бәйән итте, уларҙың милли республикабыҙ яҙмышындағы баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне. Артабан һүҙ алған замандаштарыбыҙ ҙа Темәстең төбәгебеҙ тарихында үҙ урыны барлығы хаҡында һөйләне, уның үткәнен, бөгөнгөһөн байҡаны, киләсәгенә күҙ һалды.
Йыйында райондың үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм баймаҡтар Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Уларға шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары һәм “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары тапшырылды.