Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ30.03.2019
Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Был хаҡта ҡала етәкселеге урындағы халыҡ менән осрашыуҙа белдерҙе.

Әлегә төйәләҫтәр көндәлек укол һалдырыу, ҡан баҫымын үлсәтеү өсөн дә Сибай поликлиникаһына йөрөргә мәжбүр.

Киләсәктә урында фельдшер һәм шәфҡәт туташы һәр кемде ҡабул итеп, тейешле медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡ.

Әле бинаға йылылыҡ, яҡтылыҡ үткәреү кеүек мәсьәләләр хәл ителә.


Вернуться назад