2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән темаға ғилми-тикшеренеү эштәренә II асыҡ республика конкурсы иғлан ителгәйне.Уға 97 хеҙмәт ебәрелгән, барыһына ла шәжәрә беркетелгән. Был эштә айырыуса Архангел, Баймаҡ, Бишбүләк, Ғафури, Күгәрсен, Ейәнсура, Мәсетле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Өфө, Благовещен, Октябрьский, Мәләүез, Сибай ҡалаларының йәш тыуған яҡты өйрәнеүселәре әүҙемлек күрһәткән. Ойоштороу комитетына шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән дә ҡыҙыҡлы эштәр килгән.
Жюри составы билдәле мәғариф, фән, мәҙәниәт учреждениелары, ведомстволары вәкилдәренән тора. Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнгән, Гран-при яулаусы һайланған, шулай уҡ 18 конкурсантҡа дәртләндереү приздары әҙерләнгән. Бүләкләү тантанаһы 9 апрелдә Башҡортостан Милли музейының тамаша залында була.