Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары булды.Ҡунаҡтар тәүҙә Бикбау бей, унан Юныс Бикбов hәйкәленә сәскәләр hалды. Артабан “Башҡортостанды төҙөүҙә яҡташтарҙың өлөшө” тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Ысынлап та, ейәнсураларҙың был йәһәттән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Байрамда ҡатнашыусылар республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Таҙлар ауылында төҙөлөп бөтөп барған балалар баҡсаhын да ҡараны.