Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы30.03.2019
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән өлкәләрҙә генә түгел, илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ла әҙерлек бара.

Бөгөн, мәҫәлән, Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында ҡоролтай ултырышында ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Сабитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, тарихсы Азат Ярмуллин, ойошма аппараты етәксеһе Заһир Ишкинин, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юнир Һағынбаевтар тәүҙә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди бюсына сәскәләр һалды, шәхесте бер минут тын тороп хәтергә алды.

Артабан беҙҙең делегация вәкилдәре бөйөк милләттәшебеҙ, мәғдәнсе Исмәғил Тасимов исемендәге Санкт-Петербург Тау университетында булды, студенттар менән осрашты.

Мәғлүм булыуынса, Ғәйнә башҡорто Исмәғил Тасимов 1773 йылда Рәсәйҙә тау ғилеме буйынса уҡыу йорто асыу тәҡдиме менән сыға. Екатерина II башҡорт мәғдәнсеһенең башланғысын хуплай. Һөҙөмтәлә тау училищеһы асыла. Исмәғил Тасимов был уҡыу йортона дуҫтары менән бергә оҙаҡ йылдар финанс ярҙам күрһәтә. Бөгөн был мәғариф учреждениеһы – илдә сәнәғәт йүнәлешендәге иң мәртәбәле белем усаҡтарының береһе.

Милләттәр йортонда бөгөн “Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары конгресы (ҡоролтайы)” төбәк йәмәғәт ойошмаһының отчет-һайлау йыйылышы үтә. Унда шулай уҡ Рәсәйҙең төньяҡ ҡалаһында милләттәштәребеҙҙе бергә туплаған, уларға рухи яҡтан терәк-таяныс булған, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йыр-моңобоҙҙо йәш быуынға еткереүгә тос өлөш индергән әүҙем яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү, Өфөлә үтәсәк ҡоролтайға делегаттар һайлау, төрлө тема буйынса фекер алышыу ҡаралған.

Сарала шулай уҡ милли биҙәүестәрҙән, музыка инструменттары һәм китаптарҙан торған бай күргәҙмә эшләй.


Вернуться назад