Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары ҡар аҫтынан баш “ҡалҡыта” ла башланы.Баймаҡта уратып мөхитте ҡыйҙан таҙартыу, йәшелләндереү маҡсатында иғлан ителгән “Таҙа кесаҙна” экологик өмәләренә район халҡы дәррәү ҡушылды.
Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы Әнисә Ғәлина әйтеүенсә, уларҙа ла һәр кем был сарала әүҙем ҡатнашҡан. Төрлө учреждение, ойошма вәкилдәре үҙҙәренең биләмәһендә эшләһә, башҡалар ауылдың дөйөм урындарын, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартҡан.
– Һәр кем үҙенең йорт алдын, ихатаһын ҡараулы тоторға тейеш. Әгәр ҙә кеше үҙе ҡыйламаһа, тирә-яғыбыҙ ҙа, ауыл урамдары ла таҙа була. Иң мөһиме – ошо хәҡиҡәтте онотмаһындар ине. Таҙартылған урын түгел, ә ҡый ташламаған ер таҙа буласағын һәр кем хәтерендә тотор тигән ышаныстамын, – ти Әнисә Әхмәтбаҡый ҡыҙы.
Райондың шулай уҡ Түбә, Беренсе Этҡол ауыл биләмәләрендә өмәләр ҡыҙыу үткән, халыҡ күпләп ҡатнашҡан.