Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"29.03.2019
Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” тип аталған күңелле старт үтте.

Сара район инвалидтары ойошмаһы отҡан грант аҡсаһы иҫәбенә ойошторолдо, унда 15 ғаилә ҡатнашты.

Тормош һынауҙарына дусар булған балалар үҙҙәренең ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы икәнен йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Улар бар төр ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнашып, һәләттәрен, зирәклеген күрһәтеп кенә ҡалманы, ә ата-әсәһе өсөн дә “ауырыны”. Балаларҙың шат тауыштарын ишетеү, көләс йөҙөн күреү бындай сараларҙың ифрат кәрәкле, мөһим икәнлегенә йәнә бер ҡат инандырҙы.

Спорт ярышында барыһы ла еңеүсе булды, уларға “Ҡәләм” магазины етәкселеге әҙерләгән сертификаттар тапшырылды. Күсмә кубокты иһә Иҙелбаевтар ғаиләһе яуланы.

“Бындай ярыштарҙа ҡатнашыу – беҙҙең балалар өсөн үҙе үк оло еңеү”, – тине инвалид ҡыҙ һәм улдар тәрбиәләгән ата-әсә. Улар, шулай уҡ ойоштороусылар сараны юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ иткән ирекмәндәргә ҙур рәхмәт әйтте.


Вернуться назад