Ялған “начальник”ты төрмә көтә29.03.2019
Бер әҙәмдең республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Динар Ғилметдинов булып ҡыланып, Өфө ресторандарына банкет әҙерләүҙе һорап шылтыратыуы һәм уның эш еренә меню буйынса һөйләшергә саҡырыуы, шул арала уларҙан үҙ иҫәбенә аҡса күсертеүе, аҙаҡ уның тотолоуы тураһында яҙғайныҡ инде.

2018 йылдың майынан июлгә тиклем шул рәүешле 80 мең һум тирәһе аҡса үҙләштергән Сочи ҡалаһынан был 34 йәшлек иргә әле хөкөм ҡарары сығарылды.

Судта ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Өфөнөң Совет районы суды уны өс йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрергә тигән ҡарар сығарҙы.



Вернуться назад