Былтыр Башҡортостанда 48-51 йәшлек биш ҡатын беренсегә әсә булыу бәхетенә ирешкән. Йәнә биш ҡатын ошо йәштә икенсе һәм артабанғы сабыйҙарын тапҡан.
Шулай уҡ 2018 йылда ике ғаиләлә, Стәрлетамаҡ районында һәм Салауат ҡалаһында, 12-се балалар тыуған.
Июлдә тыуым иң күбе булған, ә февралдә – иң әҙе. Иң ҙур сабыйҙың ауырлығы 5,63 килограмм тартҡан, ул Өфөлә тыуған. Иң оҙон буйлыһы – Стәрлетамаҡта (67 сантиметр).