Браконьерҙар мышы атҡан07.12.2011
“Ирәмәл” паркының фән буйынса урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев һәм уның хеҙмәттәштәре сираттағы рейдҡа сыҡҡан саҡта мышыны тунаған браконьерҙарға тап була.
Улар шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Мышы атҡан ирҙәрҙең икеһе лә Белорет районы кешеләре, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.