Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң изгеләрҙән һанала, Рамаҙанға әҙерләнеү мәле булып тора. Исламдағы изге кистәрҙе лә үткәрәсәкбеҙ быйылғы апрелдә.
Миғраж кисе. Ул 26 рәжәб, шишәмбе (2 апрель) ҡояш байыу менән башлана.
Ошо изге кистә Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәткән. Мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә тиклем бүләк, динебеҙҙең ныҡлы терәге булған биш ваҡыт намаҙ ҙа Миғраж мәлендә фарыз ҡылынған.
Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә Пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә.
Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡаларын аса, икенселә – Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә – Йософ, дүртенселә – Иҙрис, бишенселә – Һарун, алтынсыла – Муса, етенселә Ибраһим пәйғәмбәрҙәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда Пәйғәмбәребеҙгә, алда әйтелгәнсә, ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ Раббыбыҙҙан, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.
Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.
Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.
Миғраж һүҙе “күккә күтәрелеү” тигәнде аңлата.
* * *
Бәрәат кисе. Ул 14 шәғбан, йома (19 апрель) ҡояш байығас инә.
Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә. “Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы кешелек донъяһына рәхмәтлелек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңылышлыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сиккәндәрҙең тәненә – шифа, йәненә тынғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ.
Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә. Мәғлүм ки, халҡыбыҙҙа Ләйлә тигән исем бар. Ул төн тигәнде аңлата. Тимәк, тәүлектең ошо мәлендә тыуған ҡыҙға бирелә был исем.
Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кемдеңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббыбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, үҙебеҙгә хәйерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммәбеҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.
Бәрәат кисендә Аллаһ Тәғәләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһтарын ярлыҡауын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китаптарҙа әйтелгәнсә, был кистә, уны ҡаршыларға әҙерләнгәндә лә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауаплы. Мосолмандар элек-электән был кисте бергә үткәрергә тырыша, ҡунаҡҡа саҡырыша.
Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Ошо изге айҙарҙа яҡшылыҡтарҙы тағы ла күберәк ҡылырға, бер-беребеҙҙе ғәфү итергә, хаҡ юлдан тайпылмай барырға, гелән хеҙмәттә булырға тырышһаҡ ине. Рамаҙанды лайыҡлы ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ.