Ҡыяр үҫтереү ҡыйын түгел29.03.2019

* Әгәр ҡыярҙы иртә ашай башларға хыялланһағыҙ, “вояж” тип аталған гибрид орлоҡто сәсергә кәңәш итәбеҙ. Ул 33 көндә уңыш бирә башлай. Тик ул ҡыҫҡа ваҡытта ғына ҡыуандыра, сөнки тиҙ өлгөрөүсән гибридтарҙан күп уңыш алып булмай.

* Тоҙлау өсөн “цыган” һәм “заначка” тип аталғандарын һайлағыҙ. Улар һуңыраҡ өлгөрә, йәйҙең икенсе яртыһында ғына уңыш бирә. Тап шул ваҡытта төн менән көндәге һауа температураһы араһында айырма ныҡ һиҙелә. Шуға ла ҡыярҙа шәкәр туплана, сифаты яҡшыра. “Маменькин любимчик” тип аталғанының ҡара төҫтәге сәнскеләре бар, ул да тоҙлау өсөн ҡулай.

* “Мурашка”, “брейк”, “щедрик” тигән сорттарҙы һайлап, һутлы ҡыяр ашай алабыҙ. Баҡсаһына һирәк кенә инеп сығыусылар өсөн дә махсус сорттар бар. Мәҫәлән, “лилипут”. Ул бер ваҡытта ла артыҡ ҙураймай, билдәле бер ауырлыҡҡа етә лә, өҙөп алғандарын көтөп, туҡтап ҡала. “Аванс”, “капучино”, “хасбулат” гибридтары ла шулай уҡ. Уларҙы тоҙларға ла мөмкин. “Весёлая компания”, “дружная семейка”, “весенний каприз” тип аталғандары эҫе ҡояш нурҙарына бирешмәй. Ә бына ҡараңғыраҡ баҡсалар өсөн “кураж” һәм “разгуляй” сорттары һәйбәт.


Вернуться назад