Йәштәр унда йоҡлап ятмай29.03.2019
Нефтекамалар конкурста иң яҡшылары тип табылған.

Сағыштырмаса йәш ҡалала йәштәр тормошоноң гөрләп тороуы ла тәбиғи хәл. Ҡала округының йәштәр эштәре буйынса комитетының эшмәкәрлеге уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса “Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырған иң яҡшы учреждениеһы” конкурсында беренсе урынға лайыҡ булған. Комитет тарафынан йыл дауамында 758 сара ойошторолоп, уларҙа 90 меңгә яҡын халыҡ ҡатнашҡан.

– Йәштәр менән эш бер нисә йүнәлештә алып барыла. Хәрби-патриотик тәрбиә биреү, йәштәр мөхитендә рухи-әхлаҡи, мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҫтереү, талантлы егеттәргә һәм ҡыҙҙарға һәләттәрен асыуҙа ярҙам итеү, ауыр хәлдә ҡалғандарға терәк һәм таяныс булыу, уларҙың социаль һәм көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә булышыу, йәш ғаиләләр, белгестәр, студенттар менән эшләү, шулай уҡ милләт-ара татыулыҡҡа, конфессия-ара һыйышып йәшәүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барабыҙ, – тип һөйләне комитет рәйесе Эльдар Вәлидов.

Беҙҙе айырыуса ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмерҙәр һәм йәштәр, йәш ғаиләләр менән алып барылған эшмәкәрлек ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки уларҙың был йәһәттән телгә алып үтерлек уңыштары ла тос ҡына. Мәҫәлән, былтырғы йәйҙә профилактик иҫәптә торған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Ирекмәндәр каникулы” тип аталған лагерь ойоштороп, ошо йүнәлештәге республика конкурсында ҡатнашып, беренсе урынға һәм 66400 һумлыҡ грантҡа лайыҡ булғандар.

Комитет ҡарамағындағы социаль-психологик хеҙмәт хәүеф төркөмөнә ингән балалар һәм үҫмерҙәр тәрбиәләнгән ғаиләләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Уларға психологик консультациялар, күнекмәләр һәм тренингтар үткәрелә. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар “Ышаныс телефоны”на шылтыратып та ярҙам ала.

Был йүнәлештәге эштәрҙе барлағанда, “Октава” үҫмерҙәр клубтары берләшмәһен телгә алмау яҙыҡ булыр ине. Бында ойошторолған түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа 1113 бала, үҫмер һәм йәш кеше шөғөлләнә. “Октава”ның базаһында бер нисә йыл рәттән һауыҡтырыу лагерҙары эшләй, уларға башлыса хәстәргә һәм ярҙамға мохтаж, тайғаҡ юлға баҫыу хәүефе янаған үҫмерҙәр йәлеп ителә.

– Маҡсатлы эштәр – фәһемле осрашыуҙар, күңелле байрамдар, бер йәки бер нисә көнгә иҫәпләнгән походтар һөҙөмтәһендә, ғөмүмән, ололарҙың иғтибарын, ышанысын тойоп, бындай үҫмерҙәрҙең күбеһе өр-яңы яҡтан асыла, тормошҡа аҙ ғына булһа ла икенсе ҡараш менән баға башлай, – ти берләшмәнең етәксеһе Ольга Ғәйнуллина.

Әммә төрлө ойошмалар, дәүләт органдары йәш быуынды хәүеф-хәтәрҙән аралау йәһәтенән ниндәй генә эштәр башҡармаһын, тәрбиәнең төп асылы ғаиләгә барып тоташа. Шуға күрә йәштәр комитеты был йүнәлешкә лә ҙур иғтибар бүлә. “Ышаныс. Өмөт. Мөхәббәт” тип аталған клуб тап йәш ғаиләләр менән эшләй.

Нефтселәр ҡалаһының йәштәр тормошона ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ тураһында ла әйтеп үтмәйенсә булмай: һуңғы ваҡытта бында Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы хәрәкәте йылдам үҫешә. Мәктәптәр, уҡыу йорттары араһындағы ярыштар бик сәмле үтә. Ҡаланың “Нефтик” йыйылма командаһының быйыл Сочиҙа үтәсәк ХХХ Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының юбилей фестиваленә саҡырылыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.


Вернуться назад