Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр29.03.2019
Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән һаҡлаған прививкалар һалдырмаған хәлдә, уларҙы штраф көтә. Ә алты йәшкә тиклемгеләрҙе мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына индермәйәсәктәр.

Һуңғы йылдарҙа вакцина яһатыуҙан баш тартыу киң таралғас, бик күп ил хөкүмәттәре проблемаға ҙур иғтибар бирә башлаған. Былтыр Европала ҡыҙылсаның баш күтәреүе медицина йәмәғәтселеген хафаға һалған. Ҡәтғи закондың тәүге “емештәре” өлгөргән дә инде, аҙ ғына ваҡыт эсендә 2015 йылғы балаларҙың байтағы вакцинация үткән. Башҡа илдәрҙә лә прививкаларға ҡаршы хәрәкәт менән көрәштә киҫкен саралар күрелә.

Австралияла, мәҫәлән, пособиеларҙан мәхрүм ителгән граждандар биш йәшкә тиклемге 200 мең баланы вакцинацияларға мәжбүр булған.


Вернуться назад