Бер айҙа ике тапҡыр бала тапҡан29.03.2019
Бангладешта бер ҡатын бер ай эсендә ике тапҡыр бала тапҡан. Игеҙәктәрҙең донъяға килеү ваҡыты араһындағы айырма — 26 көн.

France-Presse агентлығы хәбәр итеүенсә, 20 йәшлек әсә февраль аҙағында тәүге балаһын таба. Табиптар ҡатындың организмындағы аномалияны шәйләмәй, икенсе бала ятҡылығында бала барлығын башына ла килтермәй. Бары 22 мартта ғына, ҡатынды тулғаҡ тота башлағас, ашығыс рәүештә дауаханаға килтерәләр. Операция ярҙамында йәнә ҡыҙ һәм малай донъяға килә.

Йәш әсәне был хәл әллә ни ҡыуандырмай, сөнки иренең эш хаҡы бәләкәй, оло ғаиләне аҫрау ҡыйынға тура киләсәк. Әммә атай кеше мөғжизәгә бик шат, балалары өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер.


Вернуться назад