Халыҡ менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәк.Киләһе алты йылда республикалағы күп фатирлы йорттарҙағы 26 мең подъездың ремонтланасағы хаҡында ишеткәс, халыҡ, әлбиттә, ҡыуанды. Әлеге көндә уларҙың насар хәлдә булыуы, йылдар дауамында иғтибарҙан ситтә ҡалыуы һәр кемгә мәғлүм. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо мәсьәләгә иғтибар йүнәлткәндән һуң, Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы раҫланды. Ул быйыл ғәмәлгә инде һәм 2024 йылда тамамланырға тейеш. Әйткәндәй, ошо маҡсатҡа республика алты миллиард һум аҡса бүләсәк.
Эйе, шәп программа, әммә уны ғәмәлгә ашырыуҙа аңлашылмаусанлыҡтар бар. Был йәһәттән Радий Хәбиров та, халыҡты хәстәрләп, граждандарҙың фекерен һәм теләген иҫәпкә алырға саҡырҙы.
– Беренсенән, торлаҡта йәшәгән кешеләр менән кәңәшләшмәһәк, икенсенән, капиталь ремонтҡа тәү сиратта иң насар, иң бысраҡ хәлдәге подъездар эләкмәһә, был программалағы иң ҙур хата буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Яңыраҡ “Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм ысынбарлыҡ” тигән темаға уҙғарылған “түңәрәк өҫтәл” ултырышында власть вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, блогерҙар һәм журналистар ниндәй подъездар программаға ингән, уларҙы ниндәй принцип буйынса һайлағандар, ниндәй эштәр башҡарыласаҡ, унда йәшәгән кешеләр сығымдарҙы өлөшләтә үҙҙәре ҡапларға тейешме һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты, һорауҙарға яуап бирҙе.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ваҡытлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы ярҙамсыһы Роман Погодин белдереүенсә, был йүнәлештә етди эш башҡарылған.
– Күп фатирлы торлаҡта йәшәүселәрҙең йыйылыш протоколдарының 60 проценты ҡаралды. Подъездар буйлап үттек. Әле ремонт талап ителмәгәндәренең ваҡыты артҡараҡ күсерелде, ә кисектергеһеҙҙәре, киреһенсә, адреслы исемлеккә индерелде, – тине ул.
Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Асҡар Фазлыев белдереүенсә, белгестәр быйыл ремонтланасаҡ подъездарҙы һайлағанда, иң тәүҙә әүҙем граждандарға ла иғтибар иткән. Адреслы исемлеккә ҡыйығы һәм электр сымдары яңыртылған йорттар индерелгән. Был иһә ремонттың оҙаҡ һаҡланыуына булышлыҡ итәсәк.
– Төҙөкләндереү сифатлы булһын өсөн унда йәшәгән граждандар эште иғтибарлап күҙәтеп барырға тейеш. Килеп тыуған дәғүәне шунда уҡ белдереүҙә әүҙемлек күрһәтергә, идарасы компанияларға мөрәжәғәт итергә, тикшереүселәрҙе саҡыртырға кәрәк, – ти “БашКомДом” йорт комитеттары союзы йәмәғәт хәрәкәте идараһы рәйесе Арсен Нуриджанов.
Уның белдереүенсә, республика халҡы был йәһәттән бик отто, сөнки быға тиклем ошондай ҙур күләмдәге программа булғаны юҡ. Шулай уҡ күп нәмә граждандарҙың әүҙемлегенә лә бәйле: ҡайҙа йорт комитеттары яҡшы эшләй, улар сифатлы ремонт эшләтеүгә өлгәшәсәк.
“Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа уртаҡ милеккә капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк операторы” фондының генераль директоры Ринат Дәминов подрядсы ойошмаларҙың эш сифатын ошо маҡсатта махсус булдырылған төҙөлөш күҙәтеүе хеҙмәте тикшереп барасағы хаҡында хәбәр итте. Етешһеҙлектәргә юл ҡуйылһа, подрядсы ойошма уны үҙ иҫәбенә төҙәтәсәк.
Сарала ҡатнашҡан граждандар программа сиктәренең тарлығына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Торлаҡта йәшәгән граждандар подъезды ремонтлауға бүленгән аҡсаның иң кәрәкле эштәргә тотоноу мөмкинлеге булмауына зарланды. Мәҫәлән, 10-12 ҡатлы йорттоң подъезында тәҙрәләр юҡ, бер нисә ишек бар, ә программала эске ишектәрҙе алмаштырыу ҡаралмаған. Арсен Нуриджанов барлыҡ етешһеҙлектәрҙе республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына хәбәр итеүҙәрен һораны.
Быйыл дүрт меңгә яҡын подъезды ремонтлау ҡаралған, ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард 181 миллион һум бүленә, ә муниципаль бюджеттарҙан 131 миллион һум өҫтәләсәк.