Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле28.03.2019
Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы талап итә. Өҫтәл ябыуҙары, стакандар, сигарет фильтрҙары, пластик шешәләр һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙың йылдар буйына серемәй тирә-яҡ мөхитте бысратыуы билдәле.

Евросоюзда 2025 йылға пластик шешәләрҙең 90 проценты яңынан эшкәртеләсәк, тип өмөт итәләр. Әлегә эшкәртелгән пластмасса өлөшө ни бары 20 процент. Ҡайһы бер изделиеларҙы ҡағыҙҙан эшләгәндәре менән алмаштырырға мөмкин. Тикшеренеүселәрҙең әйтеүенсә, йыл да Европа биләмәһендәге һыу сығанаҡтарына 150 мең тонна пластмасса ырғытыла.


Вернуться назад