Республикабыҙҙағы милли матбуғатҡа нигеҙ һалған “Башҡортостан” гәзите оло юбилейын ҡаршылай. Ошо айҡанлы башҡорт журналистикаһы ветерандарын, редакцияның элекке һәм бөгөнгө хеҙмәткәрҙәрен, дуҫтарын ысын күңелдән тәбрикләйем.
“Башҡортостан” төбәк баҫмалары араһында һәр саҡ бай йөкмәткеле, абруйлыларҙың береһе булды. Уның республика мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Гел хәҡиҡәтте яҡлап сығыш яһаусы, йәмғиәттәге ихтыяждарҙы күҙ уңынан ысҡындырмаусы, тормошто көҙгөләй сағылдырыусы гәзиттең быуатҡа яҡын үткән юлы — республикабыҙҙың төрлө дәүерҙәге данлы һәм шанлы тарихының, үҫеш баҫҡыстарының сағыу кәүҙәләнеше ул.
“Башҡортостан” заман талаптарына яуап бирә, үҙгәрештәрҙән ҡалышмай һәм хаҡлы рәүештә халыҡ баҫмаһы булып һанала. Ул күп милләтле республикабыҙҙың, илебеҙҙең социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни ваҡиғаларын яҡтыртыу менән генә сикләнмәй, иң мөһиме — рух, әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләренә етди иғтибар бүлә, ябай кеше мәнфәғәтен төп урынға ҡуя. Гәзиттең үҙ уҡыусыларының теләк-талабын даими иҫәпкә алыуын, яңылыҡтарҙы үҙләштергән хәлдә лә матбуғаттың күптәнге йолаларына тоғро ҡалыуын билдәләү ҙә урынлы.
“Башҡортостан”дың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә, ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, именлек, дәрт-дарман, яңы ижади уңыштар, ғаилә бәхете, гәзит уҡыусылар араһында ысын дуҫтарының ишле булыуын теләйем.
Борис МЕЛКОЕДОВ,
Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры.