Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 29 мартта урыны менән епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Ел көньяҡ-көнсығыштан, әкренләп көнбайышҡа күсә. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ иһә 0-дән 5 градусҡа тиклем йылы була.
30 мартта һауа торошонда үҙгәреш көтөлмәй.