Кисә кис Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылында янғын сыға. Был турала хәбәр килеү менән урынға 12 берәмек техника һәм 26 кеше йүнәлтелә. Янғын һүндереүселәр бер ҡатлы бүрәнә йорттағы янғынды һүндерә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортта 41, 46 һәм 48 йәшлек өс ҡатындың үле кәүҙәһе табылды. Янғындың сәбәптәре асыҡлана, – тинеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов барҙы. Шулай уҡ оператив-тәфтиш төркөмө, эксперттар эшләй.