Иң яҡшы бүләк – аралашыу27.03.2019
Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институтында булды.

Улар уҡыу йортоноң “Дизайн һәм сәнғәт фәне” кафедраһы студенттары менән осрашты. Сараны республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова ойошторҙо. “Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн иң яҡшы бүләк – аралашыу, үҫеш, йәмғиәттә йәшәргә өйрәтеү”, – тип иҫәпләй Каринэ Александровна.

Ишембай балалары ижади кафедра студенттары, уҡытыусылары менән аралашты, улар өсөн уҡыу йортонда алып барылған йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Ошо уҡ осрашыуҙа Петровский балалар йорто бүлмәләрен ремонтлау буйынса яңы проектҡа старт бирелде.

“Беҙ учреждение тәрбиәләнеүселәренән үҙҙәренең хыялындағы бүлмә эскизын эшләүҙәрен һорап, интерьерҙа ниндәй мөхит булдырылыуын, ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итеүен теләүҙәрен аңланыҡ. Ошонан сығып, студент-дизайнерҙар проект эшләйәсәк, был хеҙмәт тормошҡа ашырыласаҡ”, – тине Каринэ Хәбирова.

Уның әйтеүенсә, Петровский балалар йорто был йәһәттән – “беренсе ҡарлуғас”. Мөмкинлектән сығып, ошондай проекттарҙы башҡа социаль учреждениеларҙа ла тормошҡа ашырыу планлаштырыла.


Вернуться назад