Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың граждандарҙы яҡлау сараларын ойоштороу йәһәтенән ҙур әһәмиәтен билдәләне.“Уларҙың тәжрибәһе ҙур. Совет белгестәре өсөн иң мөһиме – кеше хоҡуҡтары. Улар алданмай, һатылмай, хаталанмай. Ошондай эшмәкәрлектәре ярҙамында беҙ һәр ваҡыт хәл-ваҡиғаның ғәҙел, аныҡ картинаһын күрәбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Совет вәкилдәренең төрлө йәһәттән бик күп тәҡдимдәрен ишеттек. Улар бик файҙалы. Беҙҙең идара итеү командаһы кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға, хоҡуҡтарын һөҙөмтәле яҡлауға йүнәлтелгән тәҡдимдәрҙе тыңларға һәр саҡ әҙер”.
Совет ағзалары эшен дауам итә. Был сара уларҙың кәңәш-тәҡдимдәрен ҡабул итеү менән тамамланасаҡ, әйтелгәндәре мотлаҡ үтәләсәк. Өҫтәүенә быйыл йәй тағы ла осрашырға килешелгән.