Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән осрашты. Төрлө район-ҡаланан килгән вәкилдәр йәш яҡташтарын тыуған яғына ҡайтырға саҡырҙы.Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Радик Нәҙерғолов әйтеүенсә, әле учреждениеға 18 белгес етешмәй. Әле эшләгәндәрҙең 65 процентын пенсия йәшендәгеләр тәшкил итә.
– Беҙ бөгөндән үк йәш белгестәрҙе хеҙмәт һәм йәшәү урындары менән тәьмин итә алабыҙ. Шулай уҡ ординатурала уҡыуҙары өсөн түләргә лә әҙербеҙ. Сибай – республикала йәш белгестәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеү буйынса программа ҡабул иткән берҙән-бер муниципалитет, – ти Радик Буранбай улы.
Алдағы яҙмаларҙа хәбәр итеүебеҙсә, Сибай дауаханаһына белем алыуын ординатурала дауам иткән йәш белгестәрҙең эшкә ҡайтыу осраҡтары бар. Ошо матур башланғыс, етәкселек хәстәрләп торғанда, һис шикһеҙ, дауам итер.