Монголиянан ҡунаҡ килде27.03.2019
БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры Самбуу Гантимур менән осрашты. Мәртәбәле ҡунаҡ уҡыу йорто етәкселеге саҡырыуы буйынса килгән.

Сибай институты директоры урынбаҫары, биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Һөйөндөков Самбуу Гантимурҙы уҡыу йорто, уның ҡаҙаныштары, матди-техник хәле менән таныштырҙы.

Ҡасандыр Төмән дәүләт университетында белем алған монгол профессоры русса яҡшы белә. Шуға күрә осрашыу бик йылы мөхиттә үтте, ике арала йәнле аралашыу барҙы. Самбуу Гантимур әфәнде студенттарға үҙе тыуып үҫкән Монголия иле хаҡында һөйләне, хеҙмәт иткән уҡыу йорто эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте.

Ә йәштәрҙең һорауҙары ифрат күп ине. Уларҙы бигерәк тә ике ил араһындағы бәйләнеш, сит дәүләттәге студенттарҙың тормошо, түләүле уҡыу үҙенсәлектәре һ.б. ҡыҙыҡһындырҙы.

Сара аҙағында Йәлил Төхфәт улы ике уҡыу йорто араһындағы бәйләнеште артабан дауам итеү маҡсатында килешеү төҙөү, ил кимәлендә гранттар яулауға өлгәшеү өсөн фәнни-ғәмәли хеҙмәттәрҙе бергәләп башҡарыу теләген белдерҙе. Шулай уҡ башҡорт һәм монгол халыҡтарының оҡшаш үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса эште дауам итеү мөмкинлеге билдәләнде.

Артабан монгол ғалимы Шүлгәнташ, Арҡайым, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы менән танышасаҡ. Самбуу Гантимурҙың республикаға эш сәфәре апрель башында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла үтәсәк халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу менән тамамлана.


Вернуться назад