Һинең “тәрилкә”ң бармы?27.03.2019
Тап ошондай һорау күп яңғырай бөгөн Хәйбуллала.

Билдәле булыуынса, йәй башынан телевидение һанлы форматҡа күсә. Ошоға ярашлы, мохтажлыҡта йәшәгән йәки күп балалы ғаиләләргә бушлай приставкалар ҡуйыла. Хәйбулла районында был тәңгәлдә эш ойошҡан рәүештә бара.

Бушлай ярҙам күрһәтелгән ғаиләләрҙең береһе – Рәзилә һәм Владислав Мәһәҙиевтәр (һүрәттә). Улар Баҡал ауылында йәшәй, өс бала үҫтерә. Ишле ғаилә хәҙер “зәңгәр экран”дан федераль һәм республика каналдарын юғары сифатлы форматта ҡараясаҡ.

Бындай “тәрилкә”ләр райондың Әбеш, Аҡъюл биләмәләренә ҡараған ауылдарға ҡуйыласаҡ.


Вернуться назад