Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар27.03.2019
Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән тулыландырыуҙа бар ауыл халҡы ҙур теләк менән әүҙем ҡатнашты.

Йортонда һаҡланған ҡәҙерле, иҫтәлекле әйберҙәрҙе музейға тапшырҙы улар. Экспонаттар араһында һирәк осраған ҡомартҡылар ҙа бар. Мәҫәлән, урын-тояҡ, боронғо бизмән, ағас тырма, ос һәнәге, һырлап яһалған көҙгө, көбө, батман, ҡуҙ үтеге һ.б.

Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын йәш быуынға еткереү маҡсатында күптән түгел музейҙа балалар өсөн “Башҡорт халҡының көнкүреше” тип аталған байрам ойошторолдо. Ололар таш тирмәндә бойҙай тартып, унан талҡан эшләү, туҙ һағыҙы ҡайнатыу һымаҡ кәсеп-шөғөлдәрҙе күрһәтте, сәңгелдәктә ятҡан сабыйға бетеү тағыу кеүек онотола барған ырымдарҙы иҫкә төшөрҙө.

Аҙаҡ байрамға килгән бар кеше урындыҡҡа еҙ самауыр тирәләй теҙелеп ултырып, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары, тәмле сәй менән һыйланды.


Вернуться назад