Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Ауырлы ҡатын балаһын подъезда, баҫҡыстар араһында таба.
Был хәл Победа урамындағы йорттарҙың береһендә дүшәмбе көн була. Йортта йәшәүселәрҙе көслө тауыш һиҫкәндерә. Баҡтиһәң, бер ҡатын подъезда сүкәйеп ултырған әсәне һәм уның янындағы бер күләүек ҡанды күреп, ҡото осҡан икән. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, әсә кеше ҙур срокта балаһын юғалтҡан...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Был хәл буйынса тикшереү эштәре башланған.