“Сибай карьерында хәл үҙгәрҙе, төп усаҡтар һүндерелде. Яңы янғын сығанаҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр раҫланһа ла, халыҡҡа улар әллә ни уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаясаҡ”, — тип белдерҙе Экологик хоҡуҡтар буйынса советтың даими комиссияһы рәйесе Сергей Цыпленков.
Уның әйтеүенсә, һыу баҫыу кимәленән 70 метрға өҫтәрәк окисланыу процесының дауам итеүе ихтимал.
“Бындай янғын буйынса төплө белгес түгелмен. Тикшереү генә хәлгә асыҡлыҡ индерә ала. Минеңсә, беренсе этап тамам һәм әлеге алым карьерҙа артабан да ҡулланылыуы мөмкин. Урал тау-металлургия компанияһы ваҡиғаны күҙәтә һәм кәрәк булһа, һыу ағыҙыуҙы дауам итергә әҙер”, – тине ул.