Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды27.03.2019
Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте.

Сара V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек уңайынан ойошторолдо. Унда 250-нән ашыу кеше ҡатнашты.

Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, шағирә, журналист Лариса Абдуллина, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зиннур Ғайсин, Дәүләкән район Советы секретары Рәмзиә Әминева һ.б. сығыш яһаны.


Вернуться назад