“Хаталы фекер тыуҙырмағыҙ”27.03.2019
Радий Хәбиров һауала зарарлы матдәләр миҡдарының тиҫтәләрсә тапҡырға артыуы тураһындағы имеш-мимештәр менән Сибай халҡын хаталы фекергә төшөрмәүҙе талап итте. Уның әйтеүенсә, ҡалала өс ай инде Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан бер төркөм белгестәр эшләй. Улар үҙ приборҙары менән һауалағы матдәләр миҡдарын үлсәргә әҙер. Белгестәргә ышанмаҫҡа сәбәп юҡ.

Төбәк етәксеһе атмосфера һауаһының бысраныуына контролдең автоматлаштырылған станцияһын һатып алыу мәсьәләһенең тикшерелеүе тураһында ла әйтте. Улар Сибайҙа һәм Салауатта ғәмәлгә индереләсәк.

Экологик хоҡуҡтар буйынса советтың даими комиссияһы рәйесе Сергей Цыпленков карьерға төшөүҙәре, һыу баҫыу кимәленән өҫтәрәк һүнмәгән усаҡтарҙың булыуы, әлегә проблеманың аҙағына тиклем хәл ителмәүе хаҡында һөйләне.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика