Республика халыҡҡа асыҡ27.03.2019
Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың күсмә ултырышы үтә. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша.

— Беҙ был осрашыуҙы көттөк һәм Советтың республикала эшләүенә бик шатбыҙ, — тине республика етәксеһе сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.


Радий Фәрит улы республика етәкселеге эшендә асыҡлыҡҡа ынтылыуы, күп ултырыштарҙың “тура эфир”ҙа үтеүе хаҡында һөйләне. Быйыл тәүге кварталда республика етәксеһенең сайтына халыҡтан 13 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт, һигеҙ меңдән ашыу рәсми хат килгән.


Вернуться назад