Ике “5” — ул быға лайыҡ!27.03.2019
Сәхнәнән артистарҙың матур, күңелдәрҙе елкендергес сығыштарын ҡарағанда, беҙ, тамашасылар, ошо гүзәллектең нисек тыуҙырылыуы тураһында уйлап та ҡуймайбыҙ. Үҙ иңдәрендә татып ҡарағандар ғына тамашаның сәхнәгә тиклем барып еткәнсе күпме көс түгелеүен тулыһынса аңлай.

Һүҙем бар хеҙмәт юлын, тормошон тап шундай һөнәргә арнаған Рәфиә Әсәҙуллина хаҡында. Ул Учалы районының Һөләймән ауылында Рәфиҡә менән Хәмзә Әсәҙул­лин­дарҙың күп балалы ғаиләһендә кинйә ҡыҙ булып донъяға килә. Әсәҙуллиндар 1938 йылда ғаилә ҡора. Һөйөп-һөйөлөп тә туй­маған йәштәр айырылып торорға мәжбүр була — 1939 йылда Хәмзә Хафизитдин улын әрме сафына алалар, күп тә үтмәй, һуғыш башлана.

Әлбиттә, ҡәйнә, ҡайны йортонда йәшәп, һөйгәнен өҙөлөп көткән Рәфиҡәгә лә еңелдән булмай, тылдағылар кисергәнде йәш килен дә үҙ елкәһендә татый: төрлө эштә йөрөй, күрин дә ҡырҡа. Яу юлын үтеп, Гитлерҙы дө­мөктөрөп кенә түгел, Япон милитаристарына ҡаршы алышта ла ҡатнашып, 1946 йылда ғына тыуған йортона ҡайтырға насип була һалдатҡа.

Ысын мөхәббәткә кәртә юҡ тиҙәр, ете йылға яҡын айырылыу осоро йәштәрҙең һө­йөүен нығыта ғына. Әсәҙуллиндар яңы йорт һалып сыға, татыу ғаиләгә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы биш бала тыуа. Хәмзә Хафизитдин улы ғүмере буйы тракторсы булып хеҙмәт итә, эшкә тилбер Рәфиҡә Ишмө­хәммәт ҡыҙы ла, балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, колхозда тир түгә.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, Әсәҙуллиндарҙың балалары йырға-моңға бай мөхиттә тәрбиәләнә.
— Атайым гармунда оҫта уйнаны, әсәйем мандолина сиртте, тиҙ генә таҡмаҡ уйлап сығарып, йырлап та ебәрер ине, — тип иҫләй ҡәҙерлеләрен әңгәмәсем.

Биш баланың һәр береһенә лә ниндәйҙер ижади һәләт бирелә, әммә кинйәкәйгә ҡарата бигерәк тә йомарт була Хоҙай Тәғәлә – моңло тауышты ла, һығылмалы буй-һынды ла, йор һүҙлелекте лә йәлләмәй унан.

Бала саҡтан Рәфиә сәхнәнән төшмәй, бигерәк тә әсәһе тегеп биргән милли кейемдә бейергә ярата. Ауылда бер концерт та, бер тамаша ла унһыҙ үтмәй, хатта мәжлес-ҡунаҡтарҙа ла ололар: “Әйҙә, инде хәҙер Хәмзә ҡыҙын бейетәйек”, – тип әйтер була.

Ҡыҙыҡһыныусан, һүҙгә әүәҫ, отҡор ҡыҙ мәктәптә лә гел яҡшы билдәләргә өлгәшә, спортты үҙ итә. Ауылда дүрт класс белем алып, күрше Мулдаҡай мәктәбендә мәктәпте тамамлағас, бер аҙ аҡса эшләп алыу ниәтенән Учалы тегеү фабрикаһына эшкә инә. Тирә-яҡҡа оҫта тегенсе булараҡ даны таралған әсәһенән был һөнәрҙең нескәлектәрен кесе йәштән күреп-белеп үҫкән ҡыҙ бында ла һынатмай.

Әммә сәхнә, мәҙәни тормош үҙенә тарта. Рәфиә ошо юҫыҡта белем алыу теләге ме­нән Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училище­һына уҡырға инә. Ике йыл ярым хореография бүлегендә уҡыу осорон йәшлегенең иң күркәм, иң иҫтә ҡалған мәле тип иҫләй әңгәмәсем. Уҡыу йортоноң бейеү ансамбле менән ҡайҙа ғына сығыш яһамай улар, йәмәғәт эшендә лә ҡыҙ әүҙем ҡатнаша.

Тыуған яҡ үҙенә тарта инде. Өфөгә яҡыныраҡ урынлашҡан район үҙәктәрендә эшкә килергә тәҡдимдәр булһа ла, диплом алғас, Рәфиә үҙ районына ҡайта. Иң тәүҙә Учалы балалар йортона тәрбиәсе булып эшкә инә. Ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балалар тыныс, әммә талапсан, ғәҙел холоҡ­ло апайҙарын шунда уҡ үҙ итәләр, ул ойош­торған бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөл­ләнәләр.

Күп тә үтмәй, район мәҙәниәт йортонда һөнәре буйынса эш тәҡдим итәләр. Бер нисә йылдан байтаҡ тәжрибә туплаған, тырыш, өмөтлө белгесте район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә методист итеп алалар.

1989 йылда Рәфиә Әсәҙуллина юғары белем алыу маҡсаты менән Силәбе мәҙәниәт институтына уҡырға инә.
— Мин мәҙәниәт бүлегендә эш баш­лағанда, бүлеккә Гөлдәр Моратова етәкселек итә ине. Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылыусан, эштең бөтә нескәлектәрен белгән етәксенән күп нәмәгә өйрәндем, — ти ул.

Оҙаҡ йылдар Рәфиә Хәмзә ҡыҙы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. Бөгөн ул начальник вазифаһын башҡара. Учалыларҙың республика ғына түгел, Рәсәй, хатта донъя сәхнәләрендә лә үҙҙәрен танытыуында, һис шикһеҙ, уның да өлөшө бар. Учалыла “халыҡ”, “өлгөлө” исемен йөрөткән 42 үҙешмәкәр коллективтың уңышлы эшләп килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит.
Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт йорттарының, ауыл клубтарының матди-техник базаһы ны­ғыныуы ла башлыса етәксе хәстәрлегенән.

Рәфиә Хәмзә ҡыҙының үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген Мәҙәниәт министрлығының, башҡа ведомстволарҙың бихисап Маҡтау ҡа­ғыҙҙары, Почет грамоталары, “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме дәлилләй. Ә иң юғары награда, әлбиттә, коллегаларының, тамашасыларҙың хөрмәте.

Кешене холоҡ йөрөтә, тиҙәр. Рәфиә Хәмзә ҡыҙының әҙәплелеге, тыйнаҡ ғорурлығы артындағы ихласлығы, ябайлығы уның менән беренсе аралашҡанда уҡ күҙгә ташлана. Алсаҡланып, үтә сөсөләнеп тә бармай, үтә хисләнеп тә китмәй ул, тормоштоң ваҡлыҡтарына, ығы-зығыһына ҡарамай, һәр ваҡытта ла тырышлығы арҡаһында түҙем генә үҙ эшен теүәл башҡарыуын белә. Бөгөнгө ике йөҙлө донъяла ла үҙ принциптарыңдан тайпылмау, асылыңды юғалтмау ҙа еңелдәрҙән түгел. Тап ошо һыҙаттары өсөн Рәфиә Әсәҙуллинаны белгән һәр кем дә ихтирам итә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыр-моңға бай мө­хиттә тәрбиәләп, уға һөнәри йүнәлеш биргән ата-әсәһе бөгөн яҡты донъяларҙа юҡ мәҡәлә геройымдың. Сығарылыш класында яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙы Азалия әсәһенең йыш ҡына ял көндәрендә лә эштә булыуына күнегеп бөткән, бала саҡтан үҙаллылыҡҡа өйрәнеп, тырыш булып үҫә ул. Әсәһе уның өсөн серҙәш тә, фекерҙәш тә, өлгө лә. Туғандарына, дуҫтарына ла терәк-таяныс булып, аралашып йәшәй Рәфиә ханым.

Дүрт тиҫтәгә яҡын йыл бер коллективта эшләп, абруй ҡаҙанған, район мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған Рәфиә Әсәҙуллина үҙенең ғүмер байрамын билдәләй – тормош уға ике “бишле” ҡуйҙы. Ысынлап та, ул быға лайыҡ бит!


Вернуться назад