Үҙегеҙ ҙә алтын булмаһағыҙ, Алтын туйҙар булыр инеме!27.03.2019
Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән абруйлы ғаилә – Әнүзә менән Урал Әхтәровтар бергә ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тулыу ваҡиғаһын билдәләне.

Район мәҙәниәт йортонда уҙға­рылған сарала был өлгөлө парҙы район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Салауат ауыл хакимиәте башлығы Раушания Уральская ҡотлап, һоҡланыу­ҙарын белдерҙе. ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлнур Бәширова ла уларҙы тәбрикләп, Радий Хәбировтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе, бүләктәр тап­шырҙы. Ысынлап та, ошондай эшһөйәр, бөтмөр, йәмәғәт эшенә лә өлгөрөп, балаларын да матур тәрбиәләп, йорт-ҡураһын да өлгөлө итеп тотҡан ғаиләләр – ауылдың үҙенсәлекле биҙәге ул.

Еңеү йылында тыуған ғаилә башлығы Урал Нурит улы, бик иртә атайһыҙ ҡалып, әсәһенә, бәләкәй туғандарына ярҙам итергә теләп, 15 йәштән эшкә егелә. Тракторсылар курсын тамамлап, хеҙмәт юлын һөнәре буйынса “Һарғамыш” совхозында башлай. Йыр-моңға әүәҫ, баянда ла оҫта уйнаған егетте район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар, һуңынан, боронғо башҡорт ауылы Лағырҙа яңы клуб төҙөлгәс, унда баянсы итеп ебәрәләр.

Сәхнәлә үҙенең һөйгән йәрен осрата ла инде. Иҫ киткес моңло итеп боронғо башҡорт йырҙарын башҡарған Әнүзә Барый ҡыҙына бер күреүҙән ғашиҡ була егет. Әйтергә кәрәк, Әнүзә Ғәлимова музыкаль ғаиләлә тыуып үҫкән. “Атай-инәйемдәр икеһе лә бик матур итеп оҙон көйҙәрҙе башҡара ине. Ә Хәбир бабайым – республикала дан алған опера йырсыһы”, – тип иҫләй ул йәшлек йылдарын.

Йәштәр, ғаилә ҡороп, Малаяҙҙа төплә­нә. Ғүмер буйы йырлап-бейеп кенә донъя көтөп булмай бит. Урал ағай Малаяҙ урмансылығына – тракторсы, Әнүзә апай балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып урынлаша. Бер йыл эсендә өй һалып керәләр. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп, юғары белемле итеп үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар.

Эштәре лә уңышлы бара алтын парҙың. Урал Нурит улы 38 йыл ғүмерен еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлауға, тәрбиәләүгә биргән. Хөкүмәт тарафынан да урман хужалығы ветеранының эше юғары баһалана. Ул – III дәрәжә “Хеҙмәт даны” һәм “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры. Әүҙем йәмәғәтсе район советы һәм ауыл советы депутаты итеп бер нисә тапҡыр һайлана.

“Уңыштарымда ҡатынымдың әһә­миәте ҙур. Бер ваҡытта ла “ниңә эшеңдә оҙаҡлайһың”, тип дәғүә белдермәне. Йылы ҡараш, тәмле аш менән ҡаршы алды. Балалар ҡаралған, мал-тыуар ашатып ябылған. Барыһы өсөн дә мин уға рәхмәтлемен. Ни тиһәң дә, ғаилә бәхетен ҡороусы ла, тотоусы ла – ҡатын-ҡыҙ”, – ти Урал ағай, бергә татыу йәшәү серен асып.

Ҡыҙҙары Ләйсән, улдары Фаил, атайҙарының юлын дауам итеп, Салауат урман хужалығында эшләй. Уртансыһы Лениза – Учалы районының Ураҙ ауылы хакимиәтендә эштәр идарасыһы.

Шундай өлгөлө ғаиләнең күршебеҙ булыуы – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Бар күршеләренә лә үрнәк улар, кәңәшсе лә, кәрәк саҡта ярҙамсы ла. Ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Бишәр һыйыр, өйөрө менән ат, һарыҡтар, ҡош-ҡорт ҡаранылар. Олоғая килә мал һанын кәметһәләр ҙә, әле лә йорт-ҡураһы буш тормай. Уларға ҡарап беҙ ҙә тырышабыҙ. Эшләй ҙә, ял итә лә белә Әхтәровтар. Туғандарын дуҫ-иштәре лә күп, барыһын да асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала мул ҡуллы, йырлы-моңло күршеләребеҙ.

“Бәхетле йәшәү сере нимәлә?” тигән һорауға: “Бер-береңде аңлап, кәрәк саҡта ғәфү итеп, тормош һынауҙарына түҙеп, тырышып донъя көтөү”, – ти улар. Алтын һүҙҙәр. Үҙҙәре лә алтын кеүектәр генә алтын туйҙарға барып етәлер. Бәхет ҡошо был йортто бер ваҡытта ла ташламаһын.


Вернуться назад