Изге күңелле ине27.03.2019

Рәхмәт һүҙе.

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайым, улым, ағайыбыҙ, ҡустыбыҙ Нияз Бикйән улы МӘҺӘҘИЕВте юғалтыу ҡай­ғыһын уртаҡлашҡан яҡ­таш­тарға – Көйөргәҙе районы хакимиәтенә, уның башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотләхмә­товҡа, туған мәктәбебеҙ, Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ урта мәктәбе коллективына, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзына, Нияз Бикйән улы эшләгән “Ағиҙел”, “Аманат” журналдары, “Йәшлек”, “Йән­шишмә” гәзиттәре редакциялары коллективтарына, “Ашҡаҙар”, “Юлдаш” радиоларына, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына, “Ашығыс ярҙам” табиптарына ярҙам иткән Хаммат Исмәғилев менән Денис Шеголаковҡа ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Нияз Бикйән улын һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн яҡташтарыбыҙ Альбина Наил ҡыҙы менән Сынтимер Биктимер улы Баязитовтарға, бөтә мәшәҡәтте үҙ иңдәренә алған туғандары Ғәлимйән, Ғаяз, Фаяз Мәһәҙиевтәргә, ҡатындары Рәшиҙә, Гөлназ Мәһәҙиеваларға, яҡындарыбыҙ Миңлегөл, Айгөл, Фәрит, Булат, Ғәлим Хисамовтарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Бөтә дини ғәмәлдәрҙе теүәл үтәп, мәрхүмде изге аят, доғалар менән һуңғы юлға оҙатҡан мулла Уйылдан Кәримовҡа айырыуса рәхмәтебеҙ ҙур.
Нияз Мәһәҙиев ихлас күңелле кеше булды. Шуға ла уны яратҡан, ихтирам иткән кешеләр ҙә ифрат күп ине. Байрам көндәренә ҡарамаҫтан, хушлашырға иҫ киткес күп шәхестәр, милләттәштәр килде. Табиптар Фәнил Шәмиғолов, ҡатыны Гөлсирен менән Флүр Кәримовтар, Әхтәр Боҫҡонов, Гүзәл Аҡманова, иң өлкән әҙибәбеҙ Мөкәрәмә Садиҡова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, Наил Ғәйетбаев, Рәлиф Кинйәбаев, Әхмәр Үтәбай, Флүр Ғәлимов, ире Динислам менән Әлфиә Әсәҙуллина, Гүзәл Хамматова, Факил Мырҙаҡаев, Мөнир Ҡунафин, Дамир Шәрәфетдинов, Венер Исхаҡов, Фәниә Ғәбиҙуллина, Нияз Алсынбаев, журналист мөхәррирҙәр Артур Дәүләтбәков, Мирсәйет Юнысов, Бибинур һәм Азат Байсуриндар, тележурналист Хәбирә Хәмиҙуллина, Нияз Мәһәҙиевтең уҡыусыһы Артур Әлимғужин, Эрик Ғәлин, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ Зөбәржәт Миңлебаева, Фәүзиә Мөхәмәтшина, Фәүзиә Хәмитова, Әнүзә Йомағолова, Мортаза Абдуллин, Әмир Солтангәрәев, Гүзәл һәм Азат Кәримовтар, Раушания килен, ҡоҙалар Әминә, Иштуған, Наил Байғазиндар, Лилиә Нуретдинова, Миңзәлә Ғабдрахманова, Даян Мәжитов һәм башҡалар хушлашырға килде. Уларҙың байтағы Нияз хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Алыҫта йәшәгән туғандарыбыҙ – Американан бер туған ағаһы Сәлимйән Бикйән улы, Мәскәүҙән Гөлмәрйәм Хафизова, Волгоградтан Даян Кәримов, Йылайырҙан Йәмилә Ҡотоева, Мәләүездән Венера, Маданбек Хафизовтар, шағирә Мәрйәм Күсмәева, Гөлшат Мәжитова, Көйөргәҙе районынан Нәжиҙә Хафизова, Байрамғәле Абдрахманов, Фәнүзә һәм Рәмил Сарбаевтар, Спартак Хөсәйенов, Зөһрә Мөхәмәтшина, Зөһрә Әбйәлилева, Рауилә һәм Валерий Тажетдиновтар, Баймаҡтан Райхана Булатова, Таһир Кәримов, Байегетовтар, Рәжәповтар, Мәхмүтовтар, Биктимеровтар, Нәзифә Мөстәҡимова, тыуған ауылы Темәстән Зөбәйлә һәм Сәлимйән Вәлиевтәр, Мәғфиә һәм Камил Ғәниевтар, башҡа бөтә туғандары, Өфөнән Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, күренекле шағирә Тамара Ғәниева, күренекле прозаик Ринат Камал, танылған яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе ҡатыны Рәйлә апай менән Риф ағай Иҫәновтар, Артур Иҙелбаев, “Ихлас” мәсете хәҙрәте Мөхәммәт Ғәлләм, йырсы Илшат Сибәғәтуллин, Алита Хисмәтуллина, Әлфирә Барғусова, Гөлфиҙә Нурисламова, Хәтирә Шәрипова, Вилнур Хәсәнов, Өлфәт Ҡобағошов, Миңзифа Илтенбаева, Мәүсилә Ҡолбахтина, Азаматтың бихисап дуҫтары һәм башҡа күп шәхестәр, зыялылар телефон аша шылтыратып ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашты. Барыһына ла ҙур рәхмәт. Ә интернет селтәрҙәрендәге яҙыуҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ ине. “Ағиҙел” журналының сайтында ғына ла 16 меңдән ашыу кеше ул көндәрҙә беҙҙең менән бергә булды.

Изге күңелле кеше ине Нияз. Яһалмалыҡты, ялғанды яратманы. Ғорур, тоғро булды. Алдаҡ менән һыйышып йәшәмәне, етешһеҙлектәрҙе күҙгә ҡарап тураһын әйтте, ғәҙеллек, дөрөҫлөк өсөн көрәште. Был донъянан китеүе лә изге йомаға тура килде. Рәжәб айында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ата-әсәһе никахҡа ингән көндә Хоҙай хозурына күсте. Дини китаптарҙа, ошо йомала вафат булған мосолмандарға Аллаһы Тәғәлә бөйөк мәрхәмәт күрһәтә, үҙенең яратҡан бәндәләрен ҡәбер ғазаптарынан ҡотолдора, тип әйтелә. Шул йомала иң изге теләктәр ҡабул ителә һәм бөтөн гонаһтар ғәфү ителә тиелә. Йәнең йәннәттә, урының ожмахта булһын, ҡәҙерлебеҙ. Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ауыр тупрағың еңел булһын. Ҡайғы уртаҡлашҡан барса кешенең теләктәре һиңә аят-доға булып барһын. Үҙҙәренә именлек-һаулыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ.


Вернуться назад