Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…27.03.2019
Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе.

Үткән ай менән сағыштырғанда, халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр байтаҡҡа кәмегән. Әммә медицина хеҙмәткәрҙәренең тупаҫлығына, биналарҙың торошона, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм табиптар етешмәүенә һаман да дәғүәләр бар. Республика етәксеһе муниципалитет етәкселәрен март аҙағында дауахана һәм поликлиникаларҙы тәртипкә килтереү буйынса сроктың ғәмәлдән сығыуын иҫкәртте һәм һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелинға ремонт эштәре тураһында отчет әҙерләү бурысын йөкмәтте.

Ун йыл эсендә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән учреждениелар селтәре ете тапҡырға артҡан. Был ауырыуҙарға сират көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм ярҙамдан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырҙы. Максим Забелин әйтеүенсә, былтыр ғына ла юғары технологиялы медицина ярҙамынан 25 мең кеше файҙаланған. Был маҡсатҡа Мотлаҡ медицина страховка фондынан – 2,6 миллиард, республика бюджетынан – бер миллиард, ә федераль бюджеттан 165 миллион һум аҡса бүленгән.

Шуның менән бергә пациенттарҙың, ойоштороу һәм финанс мәсьәләләренең тейешле кимәлдә булмауы сәбәпле, башҡа төбәктәргә китеүе лә билдәле. Тармаҡ етәксеһе ауырыуҙарҙың сит төбәктәргә ағылыуын кәметеү өсөн юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән учреждениелар һанын арттырыу, тейешле белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү кәрәклеген белдерҙе. Әле 3607 ауырыу ошондай ярҙамды түҙемһеҙлек менән көтә. Мәсьәләне оператив хәл итеү өсөн бюджет аҡсаһы иҫәбенән ярҙам күләмен арттырыу кәрәк. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мәсьәләне яңынан ҡарау өсөн финанс схемаһын әҙерләргә ҡушты.

“Сәләмәтлек сәғәте”ндә ҡаралған тағы ла бер мәсьәлә – онкология менән яфаланған сирлеләрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеү – көн ҡаҙағында торған мөһим проблема. М. Забелин әйтеүенсә, 2019 йылдан Мотлаҡ медицина страховкаһы тарафынан шештәргә ҡаршы дарыу терапияһын финанслау арттырылған. Өҫтәүенә 1 апрелдән амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре эшләй башлаясаҡ.

Әлегә эшкә аяҡ салған ҡаршылыҡтар ҙа етерлек. Бөгөндән республикаға 65 онколог кәрәк. Көндөҙгө стационарҙар эш башлау менән йәнә 88 белгескә ихтыяж тыуасаҡ.


Вернуться назад