"Генус" менән килешеү өҙөлә26.03.2019
Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион килешеүҙе өҙөргә ҡарар итте.

Был хаҡта “Фейсбук”тағы аккаунтында республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдерҙе.

“Концессияны тормошҡа ашырыуҙа барлыҡҡа килгән проблемалар хаҡында барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Эш хаҡтары, пенсия менән тәьмин ителеш, ремонт булмауы, өҫтәүенә ҡатындарҙың көс ведомстволарынан зыян күреүе... Концессионерҙар, бала табыу йорто коллективы менән бер нисә тапҡыр осрашҡандан һуң килешеүҙе өҙөргә хәл иттек (ике яҡтың килешеүе буйынса)”, – тип яҙҙы Ленара Иванова.

Бала табыу йорто Салауат ҡала дауаханаһы структураһына кире ҡайтарыласаҡ.

“Унда мөмкин тиклем тиҙерәк капиталь ремонт эшләргә, ҡорамалдарҙы яңыртырға тырышасаҡбыҙ”, – тине Ленара Иванова.


Вернуться назад