"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"26.03.2019
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет вәкилдәре 29-сы күсмә ултырыш сиктәрендә икенсе көн Сибайҙа эш алып бара.

Улар бөгөн ҡала халҡы менән осрашты. Рәсәйҙең “Гринпис” янғынға ҡаршы программаһы етәксеһе Григорий Куксин граждандарға Сибай карьерын тикшереү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.

“Һыу күтәрелгән кимәлдә йылыныу, быҫҡыу теркәлмәне. Процесс тамамланғансы атмосфераның торошон контролдә тотоуҙы дауам итергә кәрәк. Һыуҙы өҫтәмә ағыҙыу кәрәк булған осраҡҡа предприятие планлы эш алып бара. Карьерға бәйле асыҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелә барасағына ышанабыҙ”, – тине Григорий Куксин.

"Сибай, дыши" йәмәғәт төркөмө лидеры Эдуард Ҡадиров карьерҙың төбө һыу менән ҡапланғанын раҫланы, шулай ҙа хәлде күҙәтеүҙе дауам итергә кәрәклеген белдерҙе.

Совет вәкилдәре иһә атмосфера һауаһына даими мониторинг үткәреү өсөн стационар пост кәрәклеген, әммә ундай ҡоролманы халыҡ һаны 100 меңгә етмәгән урындарҙа ҡуйыу ҡануниәт тарафынан тыйылғанлығын әйтте, шулай уҡ кешеләрҙең һаулығын тикшереп тороу зарурлығын белдерҙе.


Вернуться назад