12 июнь төнөндә Өфө бик оҙаҡ йоҡламаны. Айырыуса ҡаланың үҙәгендә, Октябрь проспектында, йәшәүселәргә йоҡо тәтемәне. Быйыл байрамдар айҡанлы өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ял итеү, күңел асыу өсөн бай программа һәм күркәм салют тәҡдим ителде.
Ҡала һәм Рәсәй көндәренең иң сағыу ваҡиғаһы һәр йылдағыса Ленин майҙанындағы салют булды. Кискә ҡарай халыҡ шул яҡҡа табан ыңғайланы. Әйтергә кәрәк, ҡала властары кешеләргә уңайлы булһын өсөн ныҡ тырышҡайны: сәғәт киске туғыҙҙарҙа уҡ проспект автомобилдәр өсөн ябылды. Төркөм-төркөм булып китеп барыусыларҙың һөйләшеүенә ҡарағанда, бындай Өфө һәр кемгә лә бик оҡшай.
Баш ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар өсөн был ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Үҙ ҡулдары менән эшләгән тауарҙарын һатыу, рәссамдарға һәм музыканттарға ижадтары менән таныштырыу мөмкинлеге бирелде. Ә халыҡ күңел асты, балалар бер нимәнән ҡурҡмай оло юлда уйнаны.
Ә Ленин майҙанында был саҡта байрам ҡыҙҙы ғына. Мәшһүр ҡурайсы Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо барыһын да дәртләндерҙе. Мәскәүҙән килгән Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы ла йәштәрҙе битараф ҡалдырманы. Ҡараңғы төшә башлауға сәхнәгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күтәрелеүе дәррәү ҡул сабыу һәм алҡышлау ауаздары тыуҙырҙы.
— Мин һеҙҙе Рәсәй һәм Ҡала көнө менән ҡотлайым! Беҙ бөйөк илдә, күркәм республикала һәм иҫ киткес ҡалала йәшәйбеҙ, — тине ул. — Беҙ илебеҙҙе, республикабыҙҙы һәм ҡалабыҙҙы һаҡлаясаҡбыҙ. Һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең кешеләр өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Салют быйыл элеккеләренә ҡарағанда оҙағыраҡ та, күркәмерәк тә булды.
Ә. ИЛДУСОВА.