Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге тарафынан ошо төбәктәге белем биреү учреждениелары ашнаҡсылары араһында конкурс ойошторолдо.Ярышта, йәшенә һәм хеҙмәт стажына ҡарамай, һөнәри разряды дүртенсенән түбән булмаған ашнаҡсылар һәм ашнаҡсы-кондитерҙар көс һынашты.
Конкурс ике этапта барҙы. Тәүгеһендә бәйгеселәр “Ғаиләлә дөрөҫ туҡланыу” темаһына ярашлы, үҙҙәренең күңел йылыһын һәм фантазияһын өҫтәп, тематик өҫтәл әҙерләһә, икенсе өлөш ғәмәли йүнәлештә барҙы: һәр кем айырым аш-һыу өлгөһө тәҡдим итеп, уны жюри ағзалары алдында яҡланы.
Сәмле ярыш дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Оҫталар үҙенең аш-һыу әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты, башҡаларҙың эшен баһаланы.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды бүребайҙар алды. Икенселә – Аҡъярҙың 1-се мәктәбе, өсөнсөлә – Өфө ауылы балалар баҡсаһы ашнаҡсылары.
Конкурсанттар шулай уҡ төрлө номинацияларҙа билдәләнде.