“Йәйғор”ҙа балалар тәбиғәтте өйрәнә07.12.2011
Благовещен ҡалаһының Балалар техник ижад үҙәгендә шөғөлләнеүселәренең метеорологик күҙәтеүҙәрҙе үҙаллы үткәреү мөмкинлеге тыуҙы.
“Йәйғор” балалар метеостанцияһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уның ярҙамында уҡыусылар һауа торошо хаҡында ентекле мәғлүмәт ала, атмосфера баҫымын үлсәй, анализлай, ел йүнәлешен, көсөн өйрәнә. Яңы уҡытыу алымы уҡыусыларҙы үҙаллы эҙләнеү, мәғлүмәт эшкәртеү һәм анализлау оҫталығына өйрәтә. Метеостанциянан тыш, үҙәктә “Ер-һауа-һыу” балалар ғилми-тикшеренеү экологик күҙәтеү лабораторияһы эшләй башлаған.


Вернуться назад