Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары Сибайҙағы проблеманы бөтә нескәлегендә өйрәнеү өсөн ҡалаға юлланды.
– Республикалағы хәлде өйрәнергә, ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә алыуыбыҙҙы аңлау өсөн килдек. Сибай проблемаһы хаҡында беҙгә мәғлүм. Советтың бер төркөм ағзалары әле ҡалала. Улар карьерҙы ҡарап сыҡҡас, урындағы власть, әүҙемселәр, Сибай халҡы менән осрашасаҡ. Артабан мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләйәсәкәбеҙ, – тине Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Михаил Федотов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай һауаһының бысраныуы декабрҙә киҫкенләшкәйне. Шунан бирле республика етәкселеге, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты мәсьәләне хәл итеү буйынса туҡтауһыҙ эш алып бара.