Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, водителдең рулдә телефондан һөйләшеүе уның һаулығы һәм ғүмере өсөн бик хәүефле.
Телефондан һөйләшкәндә иғтибар тарҡала, юл-транспорт ҡазаһына юлығыу ихтималлығы дүрт тапҡырға арта, тип иҫәпләй улар. Билдәле булыуынса, хәрәкәт ваҡытында телефондан һөйләшкән өсөн 1,5 мең һум күләмендә административ штраф ҡаралған.