Яҙыусы ғәйепле, имеш...26.03.2019
"Үле йәндәр" иҫәбенә кеҫә ҡалынайтҡандар арабыҙҙа осрап тора әле. Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре наркология диспансерында Гоголь әҫәрендәге геройҙар кеүек аҡса һуҡҡан табиптарҙы эләктерә.

Дауахананың ике бүлек мөдире "үле йәндәр"ҙе амбулатор картаға иҫәпкә индереп, уларға медицина ярҙамы "күрһәтә". Шулай итеп, 1 миллион 700 мең һум күләмендәге аҡсаны үҙҙәренең кеҫәһенә һалалар.

Тәртип һаҡсылары ҡойроҡтарына баҫҡас, уғрылар: "Беҙҙең был эшкә тотоноуыбыҙға бөйөк яҙыусы ғына ғәйепле", – тип ыуалана, имеш. Нимә генә булмаһын, хәҙер табиптарға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.




Вернуться назад