Ҡасан бында ут, газ, һыу булыр?26.03.2019
Социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Был юлы республика етәксеһенән төньяҡ-көнсығышҡа иғтибар итеүен үтенгәндәр.

Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Илнур Ҡазыханов “Инцидент” төркөмөнә Төньяҡ биҫтәһендә урамдарҙың юлһыҙ, яҡтыртыуһыҙ, өйҙәрҙең газһыҙ булыуын хәбәр итте. Алты йыл йәшәүгә ҡарамаҫтан, хатта проект та юҡ, ти.

Уға Эльза Солтанова ла ҡушылған: “Үҙәктәге Октябрьский тыҡрығында яҡтыртыу мәсьәләһе киҫкен тора. Бағаналар бар, ә лампочкалары юҡ. Кискеһен фонарь тотоп ҡына сығабыҙ”.

Был мөрәжәғәткә Дыуан районы хакимиәтенән Виктор Купряхин: “Быйыл 13,3 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес, 14,7 километр арауыҡтағы газ үткәргес төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ ике километр юлға ҡырсын түшәләсәк, өҫтәмә финанслау булғанда, был эш дауам ителәсәк. 2019 йылда белем биреү учреждениелары тирәһен яҡтыртыу планлаштырылған”, – тип яуап бирҙе.



Вернуться назад