Тыуым кимәлен күтәреү юлдары бар.Демография мәсьәләһе иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе булып ҡала. Мең йыллыҡтар сигендә халыҡ һаны тотороҡло кәмей. Тотош Рәсәйҙә, шулай уҡ Башҡортостанда ла тыуым кимәленең түбәнәйеүе, үлемдең артыуы күҙәтелә. Былтыр илдә сабыйҙар һаны 5,2 процентҡа (республикабыҙҙа – 3,4 процентҡа) ҡыҫҡарған, ә халыҡтың тәбиғи кәмеүе 218 мең кеше (Башҡортостанда – 2,7 мең кеше) тәшкил иткән.
Түлһеҙлек сәбәптәре“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ғинуар – октябрҙә Башҡортостанда 39 762 сабый донъяға килгән, йәғни 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1394 балаға аҙыраҡ (41 156). Бер үк ваҡытта үлем күрһәткесе артҡан: 2018 йылда – 42 428, 2017 йылда иһә – 42 166 кеше.
Белгестәр шулай уҡ никахтар һанының кәмеүен, айырылышыуҙарҙың күбәйеүен билдәләй. Ошоға бәйле бала табыуҙы дәртләндереү дәүләттең мөһим бурысына әүерелде. Ғаиләне планлаштырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Сабый сәләмәт булһын һәм көтөп алынһын өсөн репродуктив функцияға контролде тәьмин итеү шарт.
Тыуымдың кәмеү сәбәптәренең береһе –түлһеҙлек. Төп урынды ҡатнаш, йәғни ирҙәргә һәм ҡатындарға хас факторҙар биләй. Балаһыҙ ғаиләләрҙең яртыһында түлһеҙлектең сәбәбе – ир-егеттәрҙә. Элегерәк бер миллилитр спермала сперматозоидтар һанының 60 миллиондан кәмерәк булыуы патология тип иҫәпләнһә, хәҙер иһә дүрт тапҡырға түбәнерәк күрһәткес, йәғни 15 миллион сперматозоид норма тип таныла.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа түлһеҙлектең төп сәбәптәренә аналыҡтағы склерополикистоз, балаятҡы торбаһындағы кәмселектәр, эндометриоз, түллек биҙе эшмәкәрлегенең ваҡытынан алда туҡталыуы, аутоиммун ауырыуҙар, пельвиоперитониттар инә.
Күрһәтмәләрҙе теүәл үтәү шартЭкстракорпораль аталандырыу – репродуктив медицинаның заманса алымы. Ул ҡатындарға ауырға ҡалырға һәм бала табырға ярҙам итә. 1986 йылдың февралендә академик В.И. Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология ғилми үҙәгендә Рәсәйҙәге тәүге ЭКО-сабый донъяға килә. Уны Елена Донцова таба. Экстракорпораль аталандырыу технологияһының асылы лаборатория шарттарында аталандырылған инә күҙәнәкте аналыҡҡа индереүгә ҡайтып ҡала. Операция яһар алдынан табип файҙаланыласаҡ күҙәнәктәрҙе билдәләй. Уларҙың әсә булырға теләгән ҡатындан йәки донорҙан алыныуы ихтимал. Процедура уңышлы үтһен өсөн, медицина протоколдарында ҡаралғанса, ЭКО-ның барлыҡ этаптарын теүәл үтәү шарт.
Норманан тайпылыш күҙәтелһә, яһалма аталандырыуҙың тағы ла бер яңы алымын – ИКСИ ҡулланалар. Был осраҡта алдан һайлап алынған сперматозоидты микроскоп аҫтында махсус микрохирургия ҡорамалдары ярҙамында инә күҙәнәккә индерәләр. Беренсе тапҡыр ИКСИ 1992 йылда Бельгияла яһала. Шул мәлдән был алым нигеҙендә меңдәрсә бала тыуған. Илебеҙҙә ул тәүге тапҡыр академик В.И. Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология ғилми үҙәгендә, Башҡортостанда иһә Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет сәләмәтлеге клиникаһында яһалған. Әле республикала ярҙамсы репродуктив технологияларға махсуслашҡан клиникаларҙың бөтәһендә лә ИКСИ ҡулланыла.
Тәүге уңышлы ЭКО-йөклөлөктән алып 39 йыл ваҡыт үткән. Ошо йылдарҙа биш миллиондан ашыу, Рәсәйҙә 130 меңдән ашыу сабый тыуған.
Ҡатын-ҡыҙҙарға ЭКО һәм ИКСИ-ны 35 йәшкә тиклем эшләргә кәңәш ителә. Айырыуса 30-32 йәшлектәр күп мөрәжәғәт итә. 2017 йылдан – ЭКО, былтырҙан эмбриондарҙы криоконсервалау ҙа мотлаҡ медицина страховкаһына индерелгән.
Башҡортостанда экстракорпораль аталандырыуҙың һөҙөмтәлелеге ярайһы уҡ юғары – уртаса 42 процент тәшкил итә, ИКСИ-ҙыҡы иһә – 75-80 процент. Республикабыҙҙа мотлаҡ медицина страховкаһының дәүләт программаһына ярашлы, медицина ойошмаларында ЭКО-ны бушлай яһатырға мөмкин. Бындай учреждениелар иҫәбенә Республика медицина-генетика үҙәге, “АНЭКО”, “МД Проект 2010”, “ЦМТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре инә.
Көндөҙгө стационар шарттарында ярҙамсы репродуктив технологиялар ғәмәлдәре күләме йыл башында төҙөлгән тариф килешеүенә ярашлы бүленә. Халыҡ ихтыяжына бәйле квотаның йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. 2016 йылда 800 ЭКО процедураһы үткәрелһә, быйыл был күрһәткес 2025-кә етәсәк. Республика медицина-генетика үҙәгендә – 608, “МД Проект 2010” йәмғиәтендә – 607, “АНЭКО”ла – 405, “ЦМТ”ла 405 ЭКО процедураһы яһау планлаштырыла. 2011 йылдың 21 ноябрендәге “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы 323-сө Федераль закондың 21-се статьяһына ярашлы, пациент мотлаҡ медицина страховкаһының территориаль программаһында ҡатнашҡан медицина ойошмалары иҫәбенән ЭКО яһаған медицина учреждениеһын һайлау хоҡуғына эйә.
2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарҙың план осорона көндөҙгө стационарҙа ЭКО яһағанда ярҙамсы репродуктив технологияларҙы файҙаланыу тәртибенә ярашлы түбәндәге этаптарҙы айырып билдәләйҙәр:
*суперовуляцияны дәртләндереү;
*инә күҙәнәкте алыу;
*экстракорпораль аталандырыу һәм эмбриондарҙы культивациялау;
*эмбриондарҙы балаятҡыға индереү (күсереү).
Эко яһағанда өсөнсө этапта алынған эмбриондарҙың криоконсерваланыуы ихтимал.
Түләүһеҙ ЭКО яһаған ойошмалар барҠатын-ҡыҙға ЭКО элегерәк криоконсерваланған эмбриондарҙы ҡулланып ҡайтанан яһалған осраҡта, организмға баҫым һәм көсөргәнеш, шулай уҡ аҡсалата сығым да кәмей. Тик мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһы иҫәбенә криоконсерваланған эмбриондарҙы һаҡлау ҡаралмаған.
Криоконсервалау – ул эмбриондарҙы шыйыҡ азот ярҙамында Цельсий буйынса минус 196 градус температурала туңдырыу. Ошо рәүешле улар криобанкала бер нисә йыл дауамында һаҡлана ала. Әйткәндәй, эмбриондарҙы һаҡлау ваҡыты сикләнмәгән. Хатта тиҫтә йыл үткәс күсерелгән яралғының уңышлы үҫеү осраҡтары байтаҡ. Репродуктологияла криоконсервалауҙың төп бурысы – тәбиғи юл менән ауырға ҡала алмаған ҡатындарға әсә булыу мөмкинлеген биреү. Заманса репродуктология медицина, шулай уҡ социаль күрһәткестәр буйынса ла криоконсервалау алымын файҙаланырға тәҡдим итә. Криоконсервалау Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фарманы менән көйләнә.
Эмбриондарҙы криоконсервалау өсөн күрһәтмәләр:*тәүге ғәмәл уңышһыҙлыҡҡа осраһа, түллекте дәртләндереү һәм фолликулдарҙы пункциялау этаптарын үткәрмәйенсә, тағы ла ЭКО яһау;
*ЭКО циклында ҡатын-ҡыҙға эмбриондарҙы күсереү йәһәтенән кире күрһәтмәләр булһа (балаға уҙыу мөмкинлеген сикләгән вируслы сир йәки ашығыс операция);
*ҡатын-ҡыҙ суррогат әсәлек программаһында ҡатнашһа;
*ир менән ҡатын эмбриондарҙы оҙаҡ ваҡыт һаҡларға теләһә.
Криоконсервалауҙың ыңғай яҡтары:*эмбриондарҙы һаҡлау һәм кәрәк ваҡытта файҙаланыу;
*өлкән йәштәге ҡатындарға бала табыу мөмкинлеге биреү, шул уҡ ваҡытта патология хәүефен кәметеү;
*химия терапияһынан һәм бала табыу системаһына йоғонто яһаған башҡа дауалау төрҙәренән һуң буйға уҙыу;
*ЭКО яһағанда овуляцияны дәртләндереү һәм түллек пункциялары күләмен кәметеү;
*түллекте гипердәртләндереү синдромы хәүефен иҫкәртеү.
Был алымдың кире яҡтарына туңдырыу һәм иретеү барышында эмбриондарҙың бер өлөшөн юғалтыу, мотлаҡ буйға уҙыу гарантияһының булмауы (криоконсервалауҙан һуң эмбриондарҙың уртаса 10-15 проценты ғына үҫешә) инә. Шул уҡ ваҡытта этик аспектты ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәктер, сөнки ҡатын-ҡыҙ, ҡасан да булһа бала таба алам, тип буйға уҙыуҙы кисектерә килә.
Ярҙамсы репродуктив технологиялар һөҙөмтәһендә, ата-әсәне ҡыуандырып, меңдәрсә сабый донъяға килде. “АНЭКО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй башлағандан алып экстракорпораль аталандырыуҙан һуң тыуған балалар регистры төҙөлгән. Йыл башында уларҙың һаны 3 800 булған.
Репродуктологтарға мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта. “Түлһеҙлек” төшөнсәһе әкренләп үткәндә ҡала, уны “ир менән ҡатындың проблемаһы” тигән һүҙбәйләнеш алмаштыра. Медицина ойошмалары ЭКО өлкәһендә бай тәжрибә тупланы. Түлһеҙлек мәсьәләһе менән юғары квалификациялы табиптар шөғөлләнә.
Түлһеҙлекте дауалау – дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Илебеҙ традицион алымдар (“әсәлек капиталы”, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, балаға пособие) менән дә тыуымды дәртләндерә.
Башҡортостанда мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса, йәғни түләүһеҙ ЭКО яһаған медицина ойошмалары: Республика медицина-генетика үҙәге дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, “МД Проект 2010” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “АНЭКО” (“Ғаилә”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Медицина технологиялары үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет сәләмәтлеге” клиникалар селтәре).