“Ҡамыр батыр”ҙың тәмле әпәкәйе26.03.2019
Хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙы ҡытыҡлатып, иренде тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеге булып ҡалған ауыл ҡаласы. Ҡәҙерле кешебеҙ — әсәйебеҙ бешергән иң тәмле ризыҡтарҙың береһе, сифаты юғары, телеңде йоторлоҡ хуш еҫле ауыл әпәкәйе.

Ауылдыҡы, тим, сөнки ҡомалаҡтан баш яһап эшләнгән икмәкте һәр саҡ өй мейесендә генә осратырға була ине. Шуныһы ҡыуаныслы — бөгөн ҡомалаҡ икмәген теләһә ниндәй районда һатып алыу мөмкинлеге бар. Кемдер уны өйҙә бешереп, һатыуға шәхсән үҙе алып сыға, икенселәр икмәк бешереү цехында тап ҡомалаҡ әсеткеһен ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә.

Хәйбулла районы үҙәгендәге “Ҡамыр батыр” икмәкханаһында бешкән әпәкәйҙәрҙе халыҡ эҙләп ала тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Күптән түгел сафҡа ингән икмәк цехы янында урынлашҡан магазиндан кеше өҙөлмәй. Бында ҡамырҙан 15 төрлө ризыҡ етештерелә. Ҡалас, бәлеш, бөйөрөк, пицца тиһеңме — барыһы ла телеңде йоторлоҡ.

Ә инде был эште йәш егеттәрҙең береһе Илшат Дәүләтҡоловтың асыуы бигерәк тә шатландырҙы. Ни тиһәң дә, йәштәрҙең тыуған ерендә төпләнеп, эшҡыуарлыҡҡа килеүе маҡтауға лайыҡ.

Сығышы менән Илшат Рәмил улы Садовый ауылынан. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжын уңышлы тамамлап, баш ҡала ресторандарында бармен булып эшләй. Был өлкәлә хеҙмәтен бер аҙ камил­лаштырғас, Себер яҡтарына сығып китә.

Бергә уҡыған Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы ҡыҙы Гөлсәсәк менән сәстәрен сәскә бәйләй. Тап кәләшенең тәҡдиме буйынса үҙ эшен асырға ҡарар итә. Бер аҙ аҡса туплағас, йәштәр тыуған яғына ҡайта. Ҡайтҡас, улар эште ниҙән башларға белмәй: кафе асыу теләге лә була, ни тиһәң дә, был өлкәлә бер аҙ тәжрибә бар, шулай уҡ башҡа йүнәлештәге эшкә тотоноу ҙа ҡурҡытмай уларҙы. Әсәһе, туғандары менән кәңәшләшкәндән һуң, ниһайәт, йәш эшҡыуар икмәк бешереүҙе һайлай. Тәүге көндән үк башҡаларҙыҡына оҡшамаған, тәме менән айырылып торған сифатлы һәм халыҡ яратып ҡабул иткән ризыҡ бешерергә хыяллана, шуға күрә ҡомалаҡ икмәген һайлай ҙа.

Башта уға бина табыу еңелдән булмай. Тәҡдим итеүселәр була-булыуын, тик урын йә майҙаны тап килмәй, әммә тырышҡан кешегә ҡуртымға бина табыла, ярҙам итеүселәр ҙә осрай. Илшат Дәүләтҡолов үҙ аҡсаһына икмәкхананы ремонтлай, бер яҡ өлөшөн магазин булараҡ йыһазландыра. Артабан икмәк бешереү өсөн мейестәр һатып ала. Район хакимиәте тарафынан да ярҙам күрһәтелә, субсидия аҡсаһына үҙенә кәрәкле ҡоролмалар алына. Биш кешегә эш урыны булдырыла. Көнөнә ике сменала 400 дана ҡалас бешерелә, артабан был һанды күбәйтергә иҫәптәре, сөнки улар бешергән икмәк һатып алыусыларға етмәй ҡала. Сауҙа кәштәләренә йылы һәм йомшаҡ әпәкәйҙәр генә ҡуйыла. Кисәге көндән ҡалған икмәк сохариға әйләндерелә.

Етештерелгән ризыҡтар район үҙәге­нең бер сауҙа нөктәһенә генә оҙатыла, ҡалғандары урында уҡ һатыла. Көндән-көн ҡомалаҡ икмәгенә ихтыяждың артыуы сәбәпле, киләсәктә икмәк бешереүҙе йәйелдереү теләге менән яна йәш эшҡыуар. Шулай уҡ кондитер цехы асыу ҙа ҡарала. Магазинда ауылдарҙан килеп, йылы икмәк менән эҫе сәй йәки ҡәһүә эсеп, бер аҙ йылынып сығыу маҡсатында махсус урындар булдырылған, түрҙән урын алған термопот та һәр саҡ ҡайнар килеш ултыра.
Исеме есеменә тап килгән “Ҡамыр батыр” икмәкханаһы тыштан уҡ үҙенә йәлеп итеп ултырыуы менән дә хуплауға лайыҡ.

– Ата-әсәһе менән бергә магазинға кергән балаларҙың әкиәтте яҡшы белеүе һоҡландыра. Бер нисә тапҡыр уларҙың “Ҡамыр батыр” әкиәте тураһында өлкән­дәргә һөйләүен ишетергә насип булды. Тимәк, кескәйҙәр ҙә әкиәт аша булһа ла беҙҙең ниндәй кәсеп менән шөғөллә­неүебеҙҙе таный, — ти эшҡыуар.

Йәш саҡ — дәртле саҡ, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Илшат Рәмил улының дәрт-дарманы ташып тора, күҙҙәре яна. Хәйер, тиҙҙән ғаиләләренә бәхет өҫтәп, бәпәй ҙә алып ҡайтасаҡтар.

Ә инде пландарға килгәндә, йәш эшҡыуарҙың хыялдары байтаҡ. Уларҙың барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ: Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Йылайыр районында үҙенең сауҙа нөктәләрен булдырып, халыҡҡа ҡомалаҡ икмәген тәҡдим итеү, ит етештереү буйынса цех асып, ошонда уҡ ярымфабрикат ризыҡтары — манты, билмән һатыуға сығарыу, балалар өсөн кафе асып, уларҙы кондитер тәмлекәстәре менән һыйлау һәм башҡалар.

Йәнә шуны ла әйтергә кәрәк: көҙ Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура яҡтарында халыҡтан ҡомалаҡ йыйыу ойошторолған. Туғандары ла ярҙам иткән. Бөгөн был сеймалға ҡытлыҡ юҡ, һәр саҡ баш әҙер. Икенсенән, күп икмәк бешереүселәрҙән айырмалы рәүештә, Илшаттың ҡаласта­рында бер ниндәй ҙә ҡушылма юҡ, хатта ондо ла улар үҙҙәрендә етештерелгән, Өфө ауылында тарттырылған тирмәндән барып ала. Оно ла, икмәге лә сифатлы, экологик яҡтан таҙа, шуға күрә “Ҡамыр батыр” икмәкханаһында етештерелгән бар ризыҡ та тәмле, татлы.

Иң мөһиме — бөгөн йәш эшҡыуар Илшат Дәүләтҡолов киләсәккә маҡсат ҡуйған, уны артабан тормошҡа ашырыу өсөн тырышлығы ла, дәрте лә, көсө лә етәрлек.


Вернуться назад