Тупһаһына ҡарап өйөн бел26.03.2019
Ҡала ерендә йыш ҡына шуға шаһит булырға тура килә: күп ҡатлы йорттоң тышҡы күренеше күркәм, фатирҙар ҙа хужаларының зауығы буйынса матур йыһазландырылған, ләкин урамдан ошо фатирға инер өсөн ниндәй генә подъезд аша уҙмайһың – бысраҡ, ҡотһоҙ, буяуы ҡупҡан, баҫҡыс тотҡалары төшкән йәки емерелгән, насар еҫ аңҡығандары ла байтаҡ... Подъездарҙың беҙҙең йәмғиәттең йөҙөн билдәләгән күренеш икәнен саҡ аңлай башланыҡ шикелле.

Шуға күрә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән күп ҡатлы йорт подъездарын ремонтлау программаһы ҡабул ителеүен халыҡ хуплап ҡаршы алды. Был аңлашыла ла – кешеләрҙең үҙҙәренә шунда йәшәргә бит, көн һайын үтеп йөрөй торған урын, килгән ҡунаҡтар алдында ла оят булмаясаҡ, балалар ҙа ҡала йортоноң ниндәй булырға тейешлеген күреп үҫә.

Программаның үлсәмдәре быйылғы йыл башында уҡ иғлан ителгәйне: күп ҡатлы 17 мең йортҡа ҡараған 48,5 мең подъездың бөгөнгә 26 меңенә ремонт талап ителә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Кирәев әйтеүенсә, биш ҡатлы йорттоң бер подъезын йүнәтеү – 220 мең һумға тиклем, туғыҙ ҡатлыһыныҡы 450 мең һум самаһы тәшкил итәсәк, 10 ҡаттан да бейегерәк булған йорттоң подъезын ремонтлау 500 мең һумға төшәсәк. Министр раҫлауынса, яҡындағы йылдарҙа был эшкә алты миллиард һум тотоноласаҡ.

Был сарала мотлаҡ башҡарылырға тейеш эштәр ҙә билдәле: ишек һәм стеналарҙы ремонтлау, иҙән менән түшәмдең плиткә япмаһын яңыртыу, почта йәшниктәрен алмаштырыу, энергияны һаҡсыл тотонған һәм хәрәкәт датчиктары ла булған яҡтыртыу приборҙарын ҡуйыу, сүп һалыу урындарының ҡапҡастарын йүнәтеү йәки алмаштырыу, яңы тәҙрәләр урынлаштырыу, видеокүҙәтеү приборҙары менән йыһазландырыу, сарҙаҡҡа сығыу ишектәрен ремонтлау йәки яңыртыу, кабель телевидениеһы һәм интернет өсөн каналдар булдырыу.

Программала ҡатнашыу һәм нимәләрҙе йүнәтеү хаҡында тәғәйен йортта йәшәүселәр үҙ йыйылышында ҡарар ҡабул итә. Ошонда уҡ финанслауҙа ниндәй кимәлдә ярҙам күрһәтеү (йәғни халыҡ ни саҡлы аҡса йыйып бирә ала) һәм эште контролдә тотоу, әҙер булғанын ҡабул итеү өсөн вәкил тәғәйенләү ҙә хәл ителә.

– Был программаның төп асылы шунда: халыҡ та ошо эштә үҙенең ҡатнашлығын тойорға тейеш, ул саҡта дөйөм мөлкәткә һаҡсыл ҡарай башлаясаҡтар, кешеләр менән осрашҡанда, улар подъездарҙа тәртип булдырыуҙы талап итә, – тине Радий Фәрит улы. – Ысынлап та, подъездарҙы ремонтлауға барлыҡ муниципалитет­тарҙа һәм ошондай киң даирәлә тотонғаныбыҙ юҡ ине әле.

Быйылғы программаға ярашлы, подъездарҙы ремонтлау 15 апрелдән дә һуңға ҡалмай башланырға һәм 1но­ябргә саҡлы тамамланырға тейеш.

Альфред ЗИННӘТУЛЛИН, Башҡорт­остандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урын­баҫары:

– Был эш буйынса муниципалитеттар менән һөйләшеү алып барылды, маҡсаттар бөтәһенә лә аңлашыла, күп ҡатлы йорт­тарҙа йәшәгән ке­шеләр менән осрашыуҙар үткәрелде, билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрә­сәкбеҙ. Ҡайһы йорттоң нисә подъезында ниндәй эштәр башҡарылырға тейеш – барыһы ла халыҡ ҡатнашлығында хәл ителә, “өҫтән” ҡарар итеү нигеҙендә генә эшләүгә юл ҡуйылмаясаҡ.

Күптән түгел хакимиәт башлыҡтарына тәүге сиратта ремонт талап ителгән подъездар буйлап тағы бер тапҡыр йөрөп сығырға, халыҡ менән осрашырға һәм йыйылыштың нисек үтеүе тураһында кешеләрҙең фекерен белергә кәңәш ителде. Муниципалитеттарға ихтыяж булған урында эште комплекслы алып барыу ҙа йөкмә­телде: әйтәйек, түбәнән һыу ағырға мөмкин, электр үткәргестәрҙе алмаштырыу талап ителәлер... Шунан һуң ғына подъезды матурлай башларға була.

Никита ДМИТРИЕВ, Өфө ҡала хакимиәтенең ҡала эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы етәксеһе:

– Баш ҡалала 548 йорттағы 1600 подъезд ошо программаның быйылғы өлөшөнә индерелде, йыйылыштар барыһында ла үткәрелде. Бындай подъез­дарҙа ҡала район­дарының хакимиәт баш­лыҡтары ла булып сыҡты, идарасы компаниялар һәм хакимиәттәр белгестәре хәлде даими күҙәтә. Райондарҙа шулай уҡ “Йорт идарасыһы” форумдары ла уҙғарылды, уларҙа хакимиәт башлыҡтары күп ҡат­лы йорттарҙың әүҙем вәкилдәре менән осрашты.

“Беҙҙең подъезд ни өсөн был программаға индерелмәгән?” тип тә һорайҙар ҡайһы саҡ, был осраҡта шуны хәтергә төшөрөр инем: иң тәүҙә тиҫтәләрсә йылдар ремонт күрмәгән подъез­дарҙы йүнәтергә тотоналар, ҡалғандары – һуңыраҡ, сөнки Өфө ҡалаһы буйынса, мәҫәлән, был программа алты йылға иҫәпләнгән.

Ринат ДӘМИНЕВ, “Башҡортостандың капиталь ремонт буйынса төбәк операторы” фондының генераль директоры:

– Программаны ғәмәлгә ашыра башлар алдынан бөтә иҫәп-хисапты ҡайтанан һәм ентекләберәк ҡарап сыҡтыҡ – тәүге йылға бүленгән аҡса етмәйәсәк икән. Шуға күрә берәр-икешәр ҡатлы торлаҡ йорттарҙы ғына алырға тура килде, ҡалғандарын да тотҡарламаҫ өсөн тиҙ арала өҫтәмә финанслау һорап Радий Фәрит улына мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең үтенескә ул шунда уҡ ҡолаҡ һалды: етерлек аҡса бүленде.


Вернуться назад